Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
9 Декабрь 2020, 22:27

Ирле-ҡатынлы икәү саҡ ҡотолған...

/

Баш ҡаланың Черниковка биҫтәһендә аяныслы ваҡиға булған: ир менән ҡатын үҙ фатирында газ менән ағыуланған. Был хаҡта ҡаланың Граждандарҙы һаҡлау идаралығы хәбәр итә.
Ваҡиға Александр Невский урамы, 26-сы йорт адресы буйынса теркәлгән.
Ҡыуанысҡа күрә, иҫһеҙ ятҡан яҡындарын туғандары ваҡытында табып алған, тап ошо хәл уларҙың ғүмерен ҡотҡарырға ярҙам иткән.
Ирле-ҡатынлы икәү дауаханаға оҙатылған, уларға медицина ярҙамы күрһәтелә.
Ағыуланыу сәбәптәренә килгәндә, фатирҙа төтөн юлы бөтөнәй тиерлек эшләмәгәне асыҡланған. Газ сығып торған урын табылмаһа ла, етешһеҙлектәрҙе бөтөргәнсе йортҡа газ биреүҙе ваҡытлыса туҡтатып торғандар.
Фото: gtrk.tv
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Irle-atinli-ik--sa--otol-an-578331/
Читайте нас: