Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
8 Декабрь 2020, 11:46

Бер үк йортта – тағы фажиғә...

/

Баш ҡала йорттарының береһендә 13 йәшлек баланың йәнһеҙ кәүҙәһен тапҡандар.
Малай Өфөнөң ҡәҙимге мәктәптәренең береһендә етенсе класта уҡыған. Фажиғә Октябрь проспектындағы йорттарҙың береһендә булған, тип хәбәр итә “Комсомольская правда” порталы.
Үҫмерҙең кәүҙәһен яҡындары тапҡан. Ваҡиға урынынан хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре компьютерҙың системалы блогын һәм кеҫә телефонын тикшереү өсөн алған.
Әлегә малайҙың нимәнән вафат булыуы билдәһеҙ, тикшереү эштәре бара.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо уҡ йортта ни бары бер ай элек үҫмерҙәргә бәйле аяныслы хәл булған: бишенсе класс малайын ерләгәндәр.
Малайҙарҙың яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: digitalrights.center
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Ber-k-yortta--ta-i-fagi-577670/
Читайте нас: