Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
6 Декабрь 2020, 14:11

Боҙ аҫтынан кәүҙәһен сығарғандар

Уны ҡотҡарам тип киткән балыҡсы үҙе боҙло һыуға бата..

2 декабрь көндө Туймазы районында фажиғә теркәлә. Ир кеше Ҡандракүлгә балыҡҡа тип бара. Ярҙан бер километр алыҫлыҡта ул палатка ҡуйған һәм машинаһын ҡалдырған. Тик бына машинаһынан кире балыҡ тотҡан ергә мотовездеход менән барған саҡта боҙ аҫтына китә.
- Уның күҙен ҡояш сағылдырғандыр, сөнки ул күрмәйенсә яңылыш асыҡ һыуға барып инә. Батып барған ирҙе ярҙа ултырған ике балыҡсы күреп ҡала һәм ярҙамға ташлана. Тик фажиғә урынына еткәс, бер балыҡсының аяҡ аҫтында боҙ емерелеп китә һәм ул бата башлай. Бәхеткә күрә, ул ҡотола, тик иптәшенә ярҙам итә алмай, - тинеләр республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәтендә.
Ҡотҡарыусылар белдереүенсә, яр янында боҙҙоң ҡалынлығы 12-15 сантиметр булһа, күлдең уртаһында ни бары бер сантиметр ғына. Шуға күрә балыҡсыларға үтә һаҡ булырға һәм барлыҡ ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә кәрәк.
Был бәхетһеҙ балыҡсыға килгәндә, уның кәүҙәһен тәүге көндә таба алмайҙар. Кисә, 3 декабрҙә иһә уны табып, сығаралар.
Тағы бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: боҙҙа балыҡ тотоу, уйнау хәүефле. Айырыуса балаларҙы яңғыҙҙарын һыу ятҡылыҡтарына ебәрмәгеҙ.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: