Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
4 Декабрь 2020, 18:29

"Миңә бында ҡыйын, тине...”

/

Сибай яғында 46 йәшлек Зилә Кәримова эҙһеҙ юғалған. Был хаҡта “Горобзор” порталы ҡатындың туғандарына һылтанып, хәбәр итә.
Асыҡланыуынса, ҡатын 1-нән 2 декабргә ҡараған төндә сәйер шарттарҙа сығып киткән. Уның 2017 йылда инсульт кисереүе, ошо хәлдән һуң инвалид булып ҡалыуы, әлеге ваҡытта медицина ярҙамында мохтажлығы мәғлүм.
Юғалғанға тиклем Зиләне Төрөкмән ауылында йәшәгән апаһы ҡараған. Беренсе төркөм инвалиды булғанға күрә, уға хәстәр талап ителә. Ваҡыты-ваҡыты менән башы буталып китһә лә, ул ҡылыҡтары өсөн яуап бирерлек хәлдә, ти Зилә тураһында яҡындары.
Шулай уҡ ҡатындың берҙән-бер балаһы барлығы мәғлүм, әммә ул әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән.
Бер ваҡыт төнөн ҡатын килене менән социаль селтәрҙәге видеошылтыратыу аша бәйләнешкә сыҡҡан һәм апаһының өйөнән сығып китәсәген хәбәр иткән.
“Бында миңә ҡыйын”, – тип әйткән ул юлға сығыр алдынан. Унан әйберҙәрен, документтарын йыйған, аҡса алған һәм билдәһеҙ йүнәлештә сығып киткән.
Шуныһы мәғлүм: ҡатын Сибайға барып еткән, унда Баймаҡҡа тиклем билет алған. Был хаҡта вокзалдағы кассир белдергән һәм ҡатынды автобусҡа ултыртырға ярҙам итеп ебәргәндәрен хәбәр иткән. Артабан уның эҙҙәре юғала.
Килене әйтеүенсә, Баймаҡта Зилә ханымдың бер ниндәй ҙә туғандары юҡ.
“Бәлки ул беҙгә, Магнитогорскка йыйынғандыр, әммә ул адресты белмәй. Унан тыш һөйләшә лә алмай, “сәләм” тип әйтеүе генә ихтимал. Әммә телефон аша нимә теләгәнен аңлата ала ине”, – ти йәш ҡатын.
Зилә Кәримованың буйы 175 сантиметр самаһы, тулыраҡ кәүҙәле, көрән күҙле, ҡара сәсле, алғы тештәре юҡ.
Юғалған саҡта ҡара куртка, шарф һәм һоро аяҡ кейемендә булған, таяҡҡа таянып йөрөй. Үҙе менән телефоны булыуы ихтимал.
Әгәр Зилә Кәримованы күрһәгеҙ йә уның тураһында мәғлүмәт булһа, ошо телефондар буйынса хәбәр итегеҙ:
8 -919- 315- 56- 29, 8-912-897-65-05.
Фото: “Горобзор”.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Mi--binda-iyin-tine-574986/
Читайте нас: