Башҡортостандың Юғары суды Бөрө ҡалаһында йәшәгән 43 йәшлек иргә хөкөм ҡарары сығарҙы.
Был әҙәм аҡтығы буш ҡына сәбәптән ике ҡатындың башына еткән.
Фажиғә 2020 йылды ҡаршылар алдынан булған. Тәүҙә янғын сыҡҡан йортта 52 һәм 81 йәшлек ике ҡатындың кәүҙәләре табылған. Криминалистар ҡатындарҙы вәхшиҙәрсә үлтереүҙәрен, унан инде йортто яндырыуҙарын асыҡлаған.
Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты хәбәр итеүенсә, тиҙ арала тәфтиш-оператив эштәр башҡарылған һәм эҙен йәшерергә тырышыуына ҡарамаҫтан, енәйәт ҡылыуҙа шик аҫтына алынған кеше асыҡланған.
Асыҡланыуынса, 43 йәшлек ир таныш ҡатынына бурысҡа аҡса һорап килгән. Әммә хужабикә баш тартҡас, был ирҙе сығарынан сығарған һәм ул бысаҡ алып, ҡатынға ташланған. Тап ошо мәлдә йортҡа ҡатындың оло йәштәге әсәһе ҡайтып ингән. Шаһит ҡалдырмаҫ өсөн, ир уның да ғүмерен ҡыйған.
Унан вәхши янғын ойошторған. Әйткәндй, уны һүндергән саҡта ярҙам итешеп йөрөгән.
Тәфтишселәр енәйәтсе ғәйебен танымауын белдерә. Суд юҡ-бар сәбәптән ике ҡатындың ғүмерен ҡыйған әҙәм аҡтығын ғүмерлеккә тимер рәшәткә артына оҙатҡан.
Фото: Тәфтиш комитеты сайтынан.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/e-yan-in--ndereshep-y-r-g-n-573338/