Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
2 Декабрь 2020, 12:27

Ҡәйнәгә буласаҡ кейәүе оҡшамағас...

/

Стәрлетамаҡ районында 67 йәшлек пенсионер ҡатын үҙ ҡыҙының һөйгәнен үлтергән.
Был ҡанлы ваҡиға 29 ноябрҙә була. 48 йәшлек “кейәү” һөйгәне эштә саҡта уның әсәһе менән үҙенең өйөндә була. Ниндәйҙер бер мәлдә араларында низағ ҡуба. Өлкән йәштәге ғәрсел ҡатын үҙенә тауыш күтәргәнгә түҙмәй, күрәһең, ҡулына бысаҡ ала. Ирҙең эсенә, арҡаһына бер нисә тапҡыр сәнсә. Бынан һуң кәүҙәне йоҡо бүлмәһендәге карауатҡа сығарып һала.
Ҡыҙы ҡайтҡас, ҡатын үҙ өйөнә юллана. Уныһы иһә һөйгәненең үле икәнлеген дә һиҙмәй йоҡларға ята. Төндә генә аңғарып ҡалып, полиция саҡырта.
Тәфтишселәр эште тикшерә башлай һәм тиҙ арала үлтереүсене асыҡлай. Пенсионер ҡатын ҡулға алына, енәйәт башҡарғанын таный. Әле ул һаҡ аҫтында.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Альфия Мингалиева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/yn-g-bulasa-key-e-o-shama-as-569631/
Читайте нас: