Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
24 Ноябрь 2020, 13:08

Мут ҡатындың ҡорбандары исемлегендә – 28 кеше

/

Мәскәүҙә Башҡортостандан ҡасып киткән енәйәтсе ҡатынды ҡулға алғандар.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре хәбәр итеүенсә, 54 йәшлек был ханым кешеләрҙән бурысҡа аҡса алып торған да, ярайһы уҡ ҙур сумма менән илдең баш ҡалаһына сығып киткән.
Сос ханымдың Мәләүез ҡалаһынан булыуы билдәле. Уға 54 йәш. Йәмғеһе 28 кешенән ун миллион һумдан ашыу аҡса алыуға өлгәшкән. Бының өсөн төрлө сәбәптәр атаған, кешеләрҙе ышандырған, әммә аҡса алыу менән эҙен юйған.
Ҡатын 2019 йылдың ғинуарында уҡ Мәскәүгә сығып киткән. Федераль эҙләүгә иғлан ителеп, ҡулға алынғандан һуң да ғәйебен танымаған.
Мут ханымдың яҙмышын суд хәл итәсәк. Әлеге ваҡытта уның мөлкәтенә арест һалынған.
Фото: avatars.mds.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Mut-atindi--orbandari-isemlegend---28-keshe-558276/
Читайте нас: