17 ноябрҙә Белорет районының Егәҙе халҡы ҙур ҡаза кисерҙе – ауыл клубы янып юҡҡа сыҡты.
Янғын тураһында хәбәр алғас, Туҡан, Үрге Әүжән, Белорет янғын һүндереү хеҙмәттәре һәм Егәҙе ирекле янғын һүндереү командаһы ваҡиға урынына килә. Тик ағас бина күҙ асып йомғансы янып бөтә.
Ололар һөйләүенсә, ул 1964-1965 йылдарҙа ике бинаны тоташтырып эшләнгән. Оҙаҡ йылдар ремонт күрмәгән клуб былтыр тулыһынса тиерлек яңыртыла: тәҙрәләре, иҙәне, сәхнә, тамаша залы, йылытыу системаһы алыштырыла, эсе төҙөкләндерелә.
Бында туғыҙ түңәрәк эшләгән, өсәүһендә балалар шөғөлләнгән. Уларға бөтәһе 82 кеше йөрөгән. Клуб бинаһында урынлашҡан китапхана фондында 14,5 мең дана китап булған.
Әлегә янғын сәбәптәре асыҡлана, шулай уҡ клуб, китапхананы урынлаштырыу хәл ителә.
Клубтың яныуын ауыл халҡы ауыр кисерә: төпкөлдәге мәҙәниәт усағы егәҙеләр өсөн генә түгел, ә Ботай, Туҡан һәм башҡа күрше ауылдар халҡының да яратҡан урыны була.
Йылытыу миҙгеле башланыу менән республикала янғын осраҡтары ҡырҡа артты, янып үлгәндәр ҙә байтаҡ. Бар ҡағиҙәләрҙе иҫтә тоторға, мейестәрҙең, электр ҡорамалдарының төҙөклөгөнә айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк, ололарҙы һәм балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырырға ярамай.