Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
20 Ноябрь 2020, 01:31

“Ғәфү итә алырмынмы атайымды?..”

Балалар йорто тәҙрәһе янында илап баҫып торған бәләкәй малайҙы – үҙемде иҫләһәм, шул тиклем ҡыйын булып китә...

“Атайым менән әсәйем миңә ике йәш тә тулмаҫ борон айырылған. Хәтер һандығымда атайымдың бер нисә тапҡыр килеп киткәне томан эсендәге ваҡиға кеүек кенә һаҡлана. Һуңғы тапҡыр килеүе миңә биш йәштәр тирәһендә булды буғай. Әсәйемдең уны ҡыуыуы, килеп йөрөмәҫкә ҡушыуы иҫтә ҡалған. Аңлауымса, был ваҡытта уның икенсе ғаиләһе бар ине.
Ошо ваҡиғанан һуң күп тә үтмәне, әсәйем автомобиль һәләкәтенә юлығып, мәрхүмә булды. Өләсәй-олатай ҙа, әсәйемдең яҡын туғаны ла булмағанлыҡтан, мин балалар йортона эләктем. Унда ныҡ ҡыйын өйрәндем, бигерәк тә тәүге мәлдәрҙә әсәйемде һағынып илай инем. Бала булһам да, әсәйемдең юҡлығын аңлай инем, шуға күрә “их, атайым килеп, мине бынан алһын ине” тип хыяллана торғайным.
Ныҡ илағанмындыр инде, балалар йорто етәкселеге атайыма хәбәр иткән. Ул килде, тик мине үҙе янына йәшәргә алып ҡайта алмауын әйтте. “Килеп йөрөрмөн” тине, күстәнәстәр ҡалдырҙы.
Тиҙҙән балалар йорто ябылып, беҙҙе ҙурыраҡ ҡалаға күсерҙеләр. Кеше һәр нәмәгә күнә, өйрәнә икән ул. Балалар йорто мине лә күп нәмәгә өйрәтте. Уҡырға һәләтле булдым, бигерәк тә теүәл фәндәр еңел бирелде, информатика фәнен ныҡ яраттым. Өлкән кластарҙа мәктәптең компьютерҙарын йүнәтеү, уҡытыусыларға төрлө программаларҙы ҡуйыуҙа ярҙам итеү йәһәтенән “беренсе егет”кә әйләндем. Һөнәрҙе лә ошо йүнәлештә алдым.
Тыуып үҫкән ҡалама ҡайтып, үҙ эшемде астым. Өйләндем. Етем булараҡ бушлай бирелгән бер бүлмәле фатирҙы ике бүлмәлегә алмаштырҙыҡ, машина алдыҡ, шәхси йорт һала башланыҡ, ике улыбыҙ үҫә. Тормошома зарланмайым.
Бер көн ишек алдында машинамды ҡарап йөрөһәм, кемдер “Һин Артур бит?” тип өндәште. Алама кейемдәге асарбаҡ хәлендәге кеше атайым булып сыҡты. Дөрөҫөн әйтәм, һөйләшмәнем, ҡыуып ебәрҙем. Тик күңелде эстән нимәлер ҡыра кеүек. Был хәлде кәләшемә һөйләнем. Ул, урамдағы һәр берәҙәк этте йәки бесәйҙе йәлләгән кеше, “ниңә улайттың инде?”, “ниндәй булһа ла, ул бит һинең атайың” тип әрләп ташланы.
Атай тигән кешене табып, мунсаға алып барып, кейемдәр алып бирҙек, үҙебеҙгә алып ҡайтып, ейәндәре менән таныштырҙыҡ. Иланы, ғәфү үтенде... Тик минең күңелдә ниндәйҙер ауыр ташмы, боҙмо ята кеүек... Документтар юллап, уны ҡарттар йортона урынлаштырыу яҡлымын, тик ҡатыным риза түгел, “йәһәтләп шәхси йортобоҙға күсәйек, атайың ҡалған ғүмерен ошо фатирҙа йәшәһен”, ти. Эсһә, фатирҙы асарбаҡтар ояһына әйләндерһә, тип ҡаршы төштөм. Ғөмүмән, тейешменме мин уға ундай хәстәр-иғтибар күрһәтергә? Лайыҡмы ул быға? Аҡыл менән уйлаһам, ҡатынымдың йөҙ тапҡыр хаҡлыраҡ булыуын аңлайым, тик балалар йорто тәҙрәһе янында илап баҫып торған бәләкәй малайҙы – үҙемде иҫләһәм, шул тиклем ҡыйын булып китә... Ғәфү итә алырмынмы атайымды, юҡмы – белмәйем...”
(Сибай ҡалаһынан Артур исемле ир-егеттең һөйләгәндәренән яҙып алынды).
Фото: “Бәйләнештә”.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: