Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
20 Ноябрь 2020, 17:28

Ҡайҙа ғына ҡабаландың?

/

Стәрлетамаҡ районында бик тә аяныслы авария теркәлгән: юл фажиғәһе һөҙөмтәһендә 25 йәшлек водитель һәләк булған.
Хәл кисә төндә, Стәрлетамаҡ – Стәрлебаш юлында теркәлгән. Водитель “Лада Веста” автомобилендә хәүефле боролошҡа ингән, әммә идараны юғалтҡан, һөҙөмтәлә машина юл ситенә осҡан.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәш ир урында уҡ йән биргән.
Асыҡланыуынса, шәп тиҙлектә йөрөргә яратҡан был кеше бығаса водитель танытмаһынан мәхрүм ителгән булған.
Республиканың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы тәүлектә Башҡортостанда һигеҙ юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, бер кеше һәләк булған, туғыҙ кеше зыян күргән.
Фото: Республиканың ЮХХДИ идаралығы.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/ay-a-ina-abalandi-553520/
Читайте нас: