Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
18 Ноябрь 2020, 23:33

Башҡортостанда социаль дистанция талаптарына бәйле яңы йыл ҡаласыҡтарын күберәк төҙөйҙәр

*

Асыҡ һауалағы байрам йәки халыҡтың күпләп йыйылыуына нисек юл ҡуймаҫҡа. 18 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев муниципаль берәмек хакимиәттәре башлыҡтары менән видеоконференцбәйләнеш режимында яңы йыл саралары темаһын тикшерҙе. Ҡала һәм район етәкселәренә әле үк яңы йыл ҡаласыҡтары төҙөй башларға һәм был эште 10 декабргә тамамларға тәҡдим ителде. Барлыҡ байрам сараларын асыҡ һауала ойошторорға кәрәк. Шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланыу һәм дистанцияны һаҡлау мотлаҡ.
«Пандемия арҡаһында быйыл элеккегә ҡарағанда күберәк ҡаласыҡтар эшләргә, торлаҡ йорттарҙың ихаталарында яңы йыл ҡаласыҡтарын төҙөүҙе ҡарарға кәрәк. Байрамды ҡала үҙәгендә генә билдәләүгә юл ҡуйырға ярамай. Унда халыҡ күп йыйыла. Был дөрөҫ түгел. Күңел асыу сараларын ҡаланың төрлө урындарында ойоштороу зарур», – тине Борис Беляев.
Бынан алда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙна һуңына тиклем Башҡортостан хөкүмәтенең COVID-19 таралыу шарттарында республиканың Яңы йылды нисек ҡаршылауы тураһында ҡарар ҡабул итәсәген хәбәр иткәйне.
Фото: Ксения Калинина
Читайте нас: