Кисә, 14 ноябрҙә, кис менән Иглин ауылында урынлашҡан бүрәнә йортта янғын сыға. Урынға шунда уҡ янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар юллана.
48 квадрат метр майҙанлыҡ бер ҡатлы йорт янғаны асыҡлана. Махсус хеҙмәттәр шунда уҡ эшкә тотона һәм утты тиҙ арала һүндерә.
Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын ҡорбандарһыҙ үтмәй. Ут менән көрәшкән саҡта ике ирҙең үле кәүҙәһе табыла. Әлеге ваҡытта янғындың сәбәптәре һәм кешеләрҙең нисек үлгәне асыҡлана. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы тәүтикшереүсеһе һәм тәфтиш-оператив төркөм эшләй.
Көндәр һалҡынайтыу менән янғындар һаны арта. Барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен аныҡ үтәргә кәрәк.