Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
16 Ноябрь 2020, 11:31

Балыҡсы боҙға ҡуша туңған...

Әбйәлил районындағы Атауҙы күлендә – аяныслы хәл. Хәбәр итеүҙәренсә...

Әбйәлил районындағы Атауҙы күлендә балыҡсының боҙ менән бергә туңған кәүҙәһе табылған, тип хәбәр итә республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.
Алдан күҙалланыуынса, балыҡ тоторға тип килгән илле йәшлек ир, күл ярынан 100 метр тирәһе киткәс, боҙ аҫтына киткән һәм батҡан.
Фажиғәнең сәбәптәрен хоҡуҡ һаҡлаусылар асыҡлаясаҡ. “Әле боҙ ныҡ йоҡа, ни бары дүрт-биш сантиметр ҡалынлыҡта. Шуға ул балыҡсының кәүҙә ауырлығын күтәрә алмаған”, – ти белгестәр.
Әле – йылға-күлдәрҙең ныҡлап туңмаған осоро. Шуға һыу ятҡылыҡтарында айырыуса ныҡ иғтибарлы булыу кәрәк. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар иткән вайымһыҙҙарҙы бәлә көтөп кенә тора.
Фото: poplavok31.ru
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: