Өсөнсө көн кис Туймазыла Совет урамында күп ҡатлы йортта йәшәүселәр подъезда ҡырҡыу көйөк еҫен тоя. Еҫтең пенсионер ҡатын йәшәгән фатирҙан килгәнлеген аңғарғас, күршеһе кисекмәҫтән ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтырата.
Ҡотҡарыусылар килеп етеп, янған еҫтең ике ҡатлы кирбес йорттоң икенсе этажында урынлашҡан фатирҙан килеүен асыҡлай. Тәҙрә аша ҡотҡарыусылар эскә инеп, иҫтән яҙған 69 йәшлек хужабикәне алып сығалар. Уға ярҙам итәләр. Баҡтиһәң, был ҡатын плитәгә аш йылытырға ҡуйған да үҙе ятып торған һәм ойоп киткән, аш янып, сыҡҡан еҫтән артабан аңын юғалтҡан. Ярай әле битараф түгел күршеләре ярҙамында ғүмере һаҡланып ҡалған уның. Юғиһә оло бәлә килерен көт тә тор!