Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
11 Ноябрь 2020, 12:29

Йоҡа боҙҙоң хәүефле булыуын иҫкәртеү мөһим

*

Өфөлә йоҡа боҙҙоң хәүефле булыуын иҫкәрткән мәғлүмәт таҡталары ҡуйыла башланы. Был хаҡта Граждандарҙы яҡлау идаралығынан хәбәр иттеләр.
Иғландар ҡаланың һыу ятҡылығы булған һәр районында ҡуйыла.
Уларҙың төп бурысы – ҡала халҡын хәүеф тураһында иҫкәртеү, йылға-күлдең ошо участкаһында боҙға сығыуҙың фажиғәле тамамланырға мөмкин икәнен хәбәр итеү.
Боҙға сығыуҙың яңы участкалары асыҡланған осраҡта мәғлүмәт таҡталарының һаны арттырыла.
Читайте нас: