Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
10 Ноябрь 2020, 21:43

“Гарпун” ярҙамға килә

Яңы система даими тәртип боҙғандарҙы асыҡларға булышлыҡ итәсәк.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуға ҡаршы тороу буйынса иҫкәртеү сараларын нығытыу йәһәтенән йөкләмәһен тормошҡа ашырыу маҡсатында республиканың “Транспорт дирекцияһы” компанияһы “Гарпун” аппарат-программа комплексын алған.
Комплекс бик “аҡыллы”: ул транспорт ағымының видеоаналитикаһын алып бара һәм эҙләүҙә булған машиналарҙың номерын асыҡлай ала, был мәғлүмәттәр шунда уҡ операторға еткерелә.
Тимәк, “Гарпун” реаль ваҡыт режимында водителдәрҙең закон боҙоу осраҡтарын, мәҫәлән, иҫерек килеш рулгә ултырғандарҙы йәки күп тапҡыр ҡағиҙә боҙоп эләккәндәрҙе асыҡлай.
“Транспорт дирекцияһы” компанияһы етәксеһе Мансаф Низаҡаев яңы ҡорамалды ЮХХДИ идаралығына тапшырҙы.
Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдинов белдереүенсә, прибор иҫкәртеү сараларының һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн бик кәрәк.
Бынан тыш, “Транспорт дирекцияһы” юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотовидеотеркәү комплекстарынан алынған мәғлүмәттәрҙе мониторинглау системаһын индереү буйынса дәүләт контракты төҙөгән. Был ниндәйҙер бер билдәләнгән ваҡыт арауығы эсендә (аҙна, ай) иң күп ҡағиҙә боҙған транспорт саралары (иң-иң 10, 20) исемлеген төҙөү мөмкинлеге бирә. Шул уҡ ваҡытта уларҙың даими маршруттарын һәм хәрәкәт итеү ваҡытын да белеп була. Бындай водителдәрҙе ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре туҡтатып, ентекләберәк тикшерәсәк.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: