Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
9 Ноябрь 2020, 16:25

Күлдәктә тыуғандыр...

/

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығында белдереүҙәренсә, Туймазы ҡалаһында бер үҫмерҙе саҡ фажиғәнән йолоп алып ҡалғандар.
Хәл 8 ноябрҙә булған. 13 йәшлек үҫмер әлегә билдәһеҙ сәбәптәр буйынса һигеҙ ҡатлы ташландыҡ бинаның ҡыйығына күтәрелгән һәм бейеклектә теге-был яҡҡа йөрөй башлаған.
Бер мәл ул яңылыш баҫып, ысҡынып киткән һәм... ҡыйыҡ буйлап шылып төшә башлаған. Әммә... бәхетле осраҡ арҡаһында малай ҡар тотҡос ҡулайламаға йәбешеп өлгөргән. Ошо хәлдә ул үлемесле бейеклектә эленеп ҡалған...
Ярай әле малайҙың хәлен кемдер күреп, ҡотҡарыусыларҙы саҡырған. Улар тиҙ арала килеп етеп, махсус ҡоролмалар ярҙамында бейеклектә йөрөргә яратҡан малайҙы ергә төшөргән.
Шөкөр, үҫмер зыян күрмәгән, ҡотҡарыусылар был хәлде уның ата-әсәһенә еткерәсәк.
Нисек кенә булмаһын, был ваҡиға малай өсөн хәүефһеҙлек һабағы булғандыр, тип өмөтләнәйек.
Фото: pikabu.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/K-ld-kt-tiu-andir-535049/
Читайте нас: