Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефен кәметеү өсөн ҡабул ителгән саралар тураһында әйтелде.
Уларҙың береһе бәлиғ булмағандарға ҡағыла. Бынан ары, коронавирусҡа ҡаршы оператив штаб ҡарарына ярашлы, 18 йәшкә тиклемге балаларҙы сауҙа үҙәктәренә индереү тыйыла.
– Уларға бындай урындарҙа ата-әсәһеҙ йәки опекундарһыҙ йөрөү тыйыла. Беҙҙә сауҙа үҙәктәре балаларҙың күңел асыу, йөрөү урынына әйләнә лә китә. Нәмә генә эшләмәйҙәр унда, – тине Радий Хәбиров.
Ғөмүмән, кәңәшмәлә ковид мәсьәләһенә арналған күп мәсьәләләр ҡаралды. Мәҫәлән, гриптан вакцинация үтеү. Үткән аҙнала республикаға 104 мең дозалыҡ вакцинаның сираттағы партияһы алынған. Бынан тыш, медицина учреждениелары өлкән йәштәге кешеләрҙе һәм хәүеф зонаһында булғандарҙы пневмококк инфекцияһынан вакцинациялауҙы дауам итә.
Башҡортостан Башлығы коронавирусты асыҡлау өсөн тестар яһау күләмен арттырырға ҡушты. Шулай уҡ резерв урындар әҙерләргә кәрәклеген әйтте. Ҙур предприятиелар хеҙмәткәрҙәренә гриптан үҙ иҫәбенә прививка яһатырға тейеш. Был йәһәттән эште дауам итеү кәрәк.
Бөтә был саралар коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү һәм уны тиҙерәк еңеү өсөн мөһим.