Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
8 Ноябрь 2020, 10:31

Боҙлауыҡ, томан, ҡар...

Бындай көндә водителдәргә айырыуса һаҡ булырға кәрәк.

Артабан көндәр һалҡыная һәм боҙоласаҡ. Әле Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы был ялдарға һауа торошо тураһында мәғлүмәт бирҙе.
Бөгөн һәм иртәгә водителдәргә һәм йәйәүлеләргә айырыуса һаҡ булырға кәрәк. Республикала ҡуйы томан көтөлә. Юлдарҙа күреү һәләте кәмейәсәк (ни бары 500 метр).
Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, беҙҙе болотло һауа торошо көтә. Урыны менән ямғыр һәм ҡар яуасаҡ. Иртән һәм төндә ҡайһы бер юл участкаларында боҙлауыҡ буласаҡ.
Төндә һауа температураһы -2, +3 булһа, көндөҙ -1, +4 градус күрһәтәсәк. Ел йүнәлешен көньяҡтан көньяҡ-көнбайышҡа үҙгәртәсәк, секундына 7-12 метр тиҙлектә иҫәсәк.
Водителдәрҙе айырыуса иғтибарлы булырға саҡырабыҙ. Ошондай һауа торошо үҙгәреп торған һәм юлдарҙа күреү насар булған көндәрҙә авариялар һаны бермә-бер арта. Рөхсәт ителгән тиҙлекте арттырмай, барлыҡ ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәп йөрөү һорала.
Фото: ok.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: