Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
6 Ноябрь 2020, 12:25

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуы һәм ҡар ҡатыш ямғыр фаразлана

Бер аҙ ямғыр, иртән урыны менән боҙлауыҡ фаразлана.

Ошо көндәрҙә Өфөлә һауа торошоноң боҙолоуы һәм ҡар ҡатыш ямғыр көтөлә. Башгидромет синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, 6 ноябрҙә, йома, бер аҙ ямғыр, иртән урыны менән боҙлауыҡ фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +4, +9 градус була.
Шәмбе, 7 ноябрҙә ҡар ҡатыш ямғыр, төндә һәм иртән юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ -2, +3 градус.
Юлдарҙа боҙлауыҡ. 8 ноябрҙә урыны менән ағастарға һәм сымдарға епшек ҡар һырыуы, елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға тиклем көсәйә. Һауа температураһы көндөҙ +3,-2-гә тиклем түбәнәйә. 7-10 ноябрҙә республикала ҡар ятыуы көтөлә, тип хәбәр итте синоптиктар.
Читайте нас: