Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
22 Март 2023, 17:10

Ҡорал тураһында законда үҙгәрештәр

1996 йылдың 13 декабрендәге “Ҡорал тураһында” 150-се Федераль закондың бер нисә статьяһына етди үҙгәрештәр индергән 2022 йылдың 29 декабрендәге “Ҡорал тураһында” Федераль законға һәм Рәсәй Федерацияһының айырым закондар сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында” 638-се Федераль закон положениеларына ярашлы, 2023 йылдың 29 мартынан түбәндә һаналған граждандар категорияһына ҡарата ҡорал һатып алыуға, музейҙа күрһәтеү өсөн күсереп йөрөтөүгә йәиһә коллекция йыйыуға лицензия биреү мөмкинлеген сикләгән өҫтәмә нигеҙҙәр билдәләнә:

Ҡорал тураһында законда үҙгәрештәр
Ҡорал тураһында законда үҙгәрештәр

1. Аңлы рәүештә енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнеүселәр һәм бындай енәйәттә шикләнеүселәр.
2. Аңлы рәүештә енәйәт ҡылған өсөн Рәсәй Федерацияһының енәйәт-процессуаль закондарына ярашлы суд тарафынан штраф тәғәйенләп йәиһә реабилитациялауға хоҡуҡ бирелмәй суд тарафынан енәйәт яуаплылығынан азат ителгәндәр – судтың ошо хаҡта ҡарары үҙ көсөнә ингәндән һуң ике йыл үткәнсе.
3. Эске эштәр органдары һәм (йәиһә) Федераль именлек хеҙмәте үткәргән тикшереү һөҙөмтәләре буйынса граждандарҙың хоҡуҡтарын боҙоу һәм иркен сикләү хәүефе, дәүләт һәм йәмәғәт хәүефһеҙлегенә янау тураһында һығымта сығарылған граждандарға ҡарата. Атап әйткәндә, ҡорал һатып алырға теләгән граждандарға тәүге тикшереү индерелә. Бындай тикшереү һөҙөмтәләре буйынса ҡабул ителгән һығымта, әгәр граждан хоҡуҡҡа ҡаршы эш итеүгә ынтылһа, хәүефле тип танылһа, ҡорал һатып алыуға лицензия биреүҙән баш тартыу өсөн нигеҙ булып торасаҡ. Кире һығымта ике йыл ғәмәлдә була. Ике йыл үткәс, граждандар лицензия алыуға документтарын яңынан тапшыра ала. Был ҡағиҙәлә сикләүҙәр бар – хәрбиҙәр һәм аҙ һанлы аҫаба халыҡ вәкилдәре бындай тикшереүҙе үтмәй. Шулай уҡ ғәмәлдәге ҡорал хужаларына ла ошондай тикшереү тәғәйенләүҙәре мөмкин. Тикшереү йомғаҡтарының ҡоралға рөхсәтте ғәмәлдән сығарыу өсөн нигеҙ булып тороуы ихтимал.
4. Ауыр йәиһә айырыуса ауыр енәйәт өсөн, шулай уҡ ҡорал йәиһә ҡорал сифатында предмет файҙаланып (ҡулланып) яуыз ниәт менән уртаса ауырлыҡтағы енәйәт ҡылған өсөн хөкөм ителгәнлек бөтөрөлгән йәиһә хөкөм ителеү ваҡыты тамамланғандар.
5. Ҡорал һәм уға патрон, боеприпас, шартлатҡыс матдә йәиһә шартлатыу ҡулайламаһының законһыҙ әйләнеше менән бәйле яуыз ниәт менән енәйәт өсөн хөкөм ителгәнлек бөтөрөлгән йәиһә хөкөм ителеү ваҡыты тамамланған граждандар.
6. Административ хоҡуҡ боҙған өсөн административ язаның бер төрө сифатында административ ҡулға алыу юлы менән административ яуаплылыҡҡа тарттырыл-ғандарға; шулай уҡ табип кәңәшенән тыш наркотик, психотроп, йәиһә яңы хәүефле психоактив матдәләр ҡулланған, эскән килеш транспорт сараһы менән идара иткән, иҫерек хәлдәге кешегә транспорт сараһы менән идара итеүҙе тапшырған, йәиһә водителдең алкоголгә медицина тикшереүен үтеү тураһында вәкәләтле вазифалы кешенең законлы талабын үтәмәгән, йәиһә табип кәңәшенән тыш наркотик, психотроп матдәләр ҡулланған тип уйларға етерлек нигеҙе булған граждандың алкоголь миҡдарын асыҡлау өсөн медицина тикшереүе үтеү тураһында вәкәләтле вазифалы кешенең законлы талабын үтәмәгән өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылғандар.
Р. Ф. ВӘЛИЕВ,
Рәсәй гвардияһы Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының лицензия-рөхсәт биреү эше бүлексәһе начальнигы.

 

https://mechetlinskayalife-b.ru/articles/keshe-y-m-i-t-zakon/2023-03-22/oral-tura-ynda-zakonda-g-resht-r-3186536

 

Автор:
Читайте нас: