Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
7 Май 2022, 12:00

«Газпром»дың ундай проекттары юҡ

«Газпром»ға инвестиция һалырға теләйһегеҙме?--тип шылтыратыуҙар онлайн-аферистарҙың популяр схемаһы. Шылтыратыусыға «Газпром»ға инвестиция һалыу ҡыҙыҡтырмай тип яуап биргәндә ул:«250 доллар булһа ла һалығыҙ»,--тип һаман ныҡыша бирә. Социаль селтәрҙәрҙә “алтын тауҙар”, бай, етеш тормош вәғәҙә иткән рекламалар бик күп. Шулай уҡ һәр кемгә шылтыратып аҡсаны билдәле компанияларға инвестицияға һалып, даими дивиденттар алыу тураһында ла белгертеп торалар.  

«Газпром»дың ундай проекттары юҡ
«Газпром»дың ундай проекттары юҡ

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай ҡырын эштәрҙе ышаныусан граждандарҙы алдап аҡсаларын алырға теләгән муттар ҡыла. Һуңғы арала социаль селтәрҙәрҙә ялған «Газпром» йәмғиәте үҙенең инвестицион майҙансығын ныҡ рекламалай. Йәнәһе лә, Рәсәйҙең һәр гражданы газ компанияһы акцияһын һатып алып үҙенә тотороҡло килем ала ала.

Ысынында «Газпром»дың ундай проекттары юҡ. Мутлашыусылар билдәде компанияларҙың атамаһын кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итеү өсөн ҡуллана.

Онлайн-аферистарҙың эш схемаһы ябай, әммә ул эшләй:

-кешеләр «Газпром» йәмғиәтенең яһалма сайтына теркәлә һәм мутлашыусыларға үҙҙәре хаҡында белешмәләр бирә;

-ҡорбанының телефон һандарын белеп алған аферистар уға шылтыратып платформаға аҡса һалығыҙ, тип өгөтләй башлай;

Ҡорбанды өркөтмәҫ өсөн улар башта депозит суммаһын 100-250 доллар тип тәҡдим итә. Клиенттарының ышанысын яулар өсөн башта ҙур булмаған сумманы сығарып алыу мөмкинлеген дә бирәләр. Әлбиттә, килем алыуҙан башы күккә тейгәндәр депозит суммаһын күбәйтә.

Кеше иҫәбенә байыусылар ҡорбанынан башҡаса аҡса һурып булмауын аңлау менән шылтыратыуҙарын һирәгәйтә. Халыҡты алдап алған аҡсаларын кире ҡайтарыр урынға улар талаптарҙы тағы көсәйтергә лә оялмай: һалым, комиссия, страховка тип аҡса таптыра.

Һаҡ булығыҙ, алдашыусылар тоҙағына эләкмәгеҙ!

Зүлиә Торомтаева, полиция майоры.

Автор:Гульдар Кадаева.
https://ataisal.com/articles/m-l-m-t/2022-05-06/gazprom-dy-unday-proekttary-yu-2795253
Автор:
Читайте нас: