Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
30 Апрель 2022, 08:57

Үҙ балаһына ҡул һалған...

21 йылдан һуң саҡ асыҡлана был ҡот осҡос енәйәт  

Үҙ балаһына ҡул һалған...
Үҙ балаһына ҡул һалған...

 21 йыл элек булған ҡот осҡос енәйәт асылған, тип хәбәр итә "Башинформ".

11 йәшлек малайҙы үлтереүҙә үҙ әсәһе һәм үгәй атаһы ғәйепләнгән. Әсәй тейешле кешенең һүҙҙәренән, бала уға яңы ире менән йәшәргә ҡамасаулаған, йәнәһе лә. Шунлыҡтан ул уға ҡул һалырға ҡарар иткән, ире янап, был ҡанһыҙ аҙымға этәргән, ти ул.

Эске эштәр министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, башҡа һыймаҫлыҡ хәл 2001 йылда була. Бәлиғ булмаған баланың юғалыуы хаҡында олатаһы саң һуға. Ведомствоның Сибай бүлексәһенә ғаризаны ла ул яҙа. 2001 йылдың июль айында төш мәлендә велосипедта малай әсәһе янына  ҡайтып киткән, артабан ғәйеп булған. Ул ваҡытта енәйәт эше асылһа ла, малай табылмай. Һәм был ваҡиғаларҙан 20 йылдан ашыу ваҡыт үткәс, Баймаҡ районының Хәсән һәм Күлтабан ауылдары араһында кеше башы һөйәге табыла. Оҙаҡ тикшергәндән һуң, ДНК анализдар эшләгәс, был теге юғалған малайҙың баш һөйәге икәнлеге асыҡлана…

Тәфтиш комитеты малайҙың ғүмерен үҙ әсәһе һәм үгәй атаһы ҡығанлығын иҫбатлай. Хәл былайыраҡ була: 21 йыл элек олатаһынан ҡайтҡан балаһын, урманға миндек бәйләргә тип, әсәһе алып сығып китә. Урман һыҙатына еткәс, йыртҡыстарса эшен ҡыла ул, үҙ балаһын халат бауы менән быуа. Иренең планы менән эшләнгән эш була был, малайҙың кәүҙәһен күмә, велосипедын йыраҡ түгел ерҙә ташлай… Артабан бер ни булмағандай йәшәй енәйәтселәр, уртаҡ бала тәрбиәләйҙәр. Әммә беҙ ҡапсыҡта ятмай, тигәндәй, оҙаҡ йылдар үтһә лә, енәйәт асыҡлана. Хәҙер "әсәй" ҙә, ир ҙә закон алдында яуап бирәсәк.

Автор:Миләүшә Сайтакова.
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-04-29/bala-yna-ul-al-an-2789070
Автор:
Читайте нас: