15 ноябрҙән башлап, ике аҙна дауамында «Рәсәй балалары» профилактик сараһы бара. Уның маҡсаты: бәлиғ булмағандарҙы наркотиктар таратыу кеүек хәүефле шөғөлдән аралау. Үкенескә ҡаршы, балаларҙың, уны-быны уйламай, еңел кәсепкә ылығыу осраҡтары билдәле .
Енәйәти эҙләү бүлеге оперуполномоченныйы Тимур Уйылданов быйыл асыҡланған бер осраҡ тураһында бәйән итте.
«17 йәшлек үҫмер тулы булмаған ғаиләлә үҫә. Уның әсәһе иҙән йыуыусы булып эшләй, һәм был ғына эш хаҡына, билдәле, улы теләгән бар нәмәне һатып ала алмай. Ә малайҙың тиҫтерҙәре кеүек текә телефон, заманса кейем һәм башҡаһын алғыһы килгәндер. Шулай итеп, үҫмер үҙе аҡса эшләү өсөн интернет аша эш эҙләй башлай. Бер сайтҡа ингәс, еңел һәм күп аҡса түләнеүсе «вакансия»ға юлыға. Уға төрлө урындарға наркотиктар йәшерергә, йәғни «закладка» һалырға тәҡдим итәләр».
Ябай ғына итеп аңлатҡанда, эшкә ялланыусы үҙенең эш биреүсеһе менән бер ҡасан да осрашмай: улар бары интернет аша аралаша. Ҡайҙалыр ниндәйҙер күләмдә наркотик һалыныуы тураһында смс-хәбәр ебәрелә. Уны барып алырға һәм бер нисә өлөшкә бүлеп, төрлө урындарға йәшереп сығырға, шул урынды фотоға төшөрөп, эш биреүсегә ебәрергә кәрәк. Бер «закладка» өсөн 300 – 500 һум күләмендә аҡса түләнә. Артабан был «закладка»ларҙы төп һатыусыға аҡса күсергән һәм наркотик ҡулланырға теләгән кешеләр килеп эҙләп ала. Ситтән ҡарағанда, еңел эш һымаҡ — «закладка»ны һалдың һәм аҡсаһын алдың да, вәссәләм, һине берәү ҙә күрмәй ҙә, белмәй ҙә. Ләкин наркотик таратыу өсөн енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған. Һәм тотолған осраҡта ҡапсыҡтарҙы йәшереп йөрөүсе, нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, закон алдында яуап тотасаҡ. Йәғни, 18 йәше тулмаған бала булһа ла, рәшәткә артына оҙатыласаҡ. Был статья буйынса шартлы рәүештә яуаплылыҡҡа тарттырыу, штраф түләү ҡаралмаған, тик иректән мәхрүм итеү генә.
17 йәшлек был егет наркомандар телендә «соль» (экспертиза табылған наркотиктың мефедрон булыуын раҫлаған) тип йөрөтөлгән порошок һалынған 30 «зак-ладка» эшләгән. Бының өсөн уға 9 мең һум аҡса түләгәндәр. Эш буйынса тикшереү бара. Суд ҡарарына ярашлы, егеткә 10 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай.
Хоҡуҡ һаҡсылары ошо уңайҙан ата-әсәләргә мөрәжәғәт итә. Әгәр балағыҙҙа нисектер аҡса килеп сыға, уны ҡайҙан алғанлығын әйтмәй йәки интернетта эшләйем тип һөйләй икән, шикләнергә сәбәп бар. Уның ниндәй сайттарҙа ултырыуы, көндөҙ ҡайҙа булыуы, кемдәр менән аралашыуы тураһында даими ҡыҙыҡһынығыҙ. Анһат аҡса табам тип, ошондай хәүефле ҡапҡанға эләгеп ҡуймаһындар.
https://dimbuizary.ru/news/novosti/2021-11-24/narkotik-tarat-any-s-n-r-sh-tk-artyna-2594577