Башҡортостан буйынса дәүләт реестры, ялған “игеҙәк” сайттарҙан һаҡ булығыҙ, тип иҫкәртә. Мутлыҡ ҡылыусылар күсемһеҙ милек реестрынан хеҙмәттәр тәҡдим итә.
Әле ошондай ундан ашыу сайт теркәлгән. Уларҙың "Росреестр"ға бер ниндәй ҙә ҡағылышы юҡ. Дәүләт хеҙмәттәренән файҙаланыусыларҙы үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртып алдайҙар. “Игеҙәк” сайттар дәүләт реестрының рәсми символикаһын файҙалана.
"Росреестр"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы иҫкәртә: “игеҙәк” сайттарға мөрәжәғәт итеү аҡсаны юғалтыу һәм күсемһеҙ милек өлкәһендәге дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәргә эйә булыу ихтималлығы менән янай. "Был "тоҙаҡ"ҡа эләккән граждандарҙан, ойошмаларҙан ялыуҙар килә. Ошондай осраҡтар бар: мутлыҡ ҡылыусылар аҡса ала ла юҡҡа сыға. Шул уҡ ваҡытта бындай хеҙмәттәрҙең хаҡы рәсми органдыҡынан бер нисә тапҡырға ҡиммәтерәк булыуы мөмкин”, - тип хәбәр итә идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары Марина Мартынова.
Фото: 1rnd.ru