Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
16 Апрель 2021, 10:21

Ҡанһыҙ ҡатындар язаһын аласаҡ

Әхирәте, полицияға хәбәр итеү урынына, мәйетте ҡоҙоҡ төбөнә алып барып ташларға ярҙам иткән.

Күптән түгел Ғафури районында ҡот осҡос хәл булыуы, матбуғат саралары урындағы кешеләрҙең ҡоҙоҡ төбөндә тураҡланған ир мәйетен табыуы хаҡында хәбәр иткәйне.
Ҡанлы ваҡиға урынына полиция хеҙмәткәрҙәре килеп, аяныслы үлемгә дусар булған кешенең кемлеген асыҡлаған: 40 йәшлек Көйөргәҙе районы кешеһе. Әйтеүҙәренсә, ул 12 февралдә үк юғалған булған.
Ирҙең ғәйеп булыуы хаҡында полицияға атаһы хәбәр иткән. Оло кеше, улым аҡса эшләргә сығып киткәндер, ҡайтыр, тип өмөтләнгән, әммә ирҙең ғүмере вәхшиҙәрсә өҙөлгән булып сыҡҡан.
Оперативниктар һәм тәфтишселәр ваҡиғаның нисек булыуын асыҡлаған. Бының өсөн улар мәрхүмдең аралашҡан кешеләрен барлаған. Һуңғы ваҡытта ирҙең бер ҡатын янында йыш күренеүе лә асыҡланған. Улар араһында романтик мөнәсәбәт булғаны мәғлүм.
Тәфтиш комитетынан белдереүҙәренсә, бер кем дә вәхшиҙең ҡатын-ҡыҙ булыуын көтмәгән. Үлтереүсегә - 39 йәш, ул Аҡкүл ауылынан. Ҡатын тәүҙә мәрхүм менән танышлығын инҡар итеп маташҡан. Әммә тәжрибәле хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре хәҡиҡәтте тиҙ асыҡлаған.
Мәғлүм булыуынса, был икәү алкоголле эсемлектәр менән кәйеф-сафа ҡорған. Әммә тиҙҙән уларҙың табыны низағҡа әүерелгән. Ир ҡатынды көнләшеп маташҡан, дәғүә белдергән. Шул саҡ тегеһе уҡлау алып табындашының башына тондорған. Ирҙең йән биргәнен аңлағас, артабан нимә эшләргә икәнлеген уйлай башлаған. Полицияға шылтыратмаған: ике көн кәүҙәне өйҙә кухняла һаҡлаған, унан, әхирәтенең кәңәше буйынса, балта менән турап, төнөн санала ташландыҡ ҡоҙоҡҡа илтеп ташлаған.
Әле иһә шул мәғлүм булды: ирҙең ғүмерен өҙгән ҡанһыҙ ҡатын менән бергә уның йүнһеҙ әхирәте лә закон алдында яуап бирәсәк. Был ҡатын енәйәт хаҡында хәбәрҙар булған, кеше үлтереүсенең мәйетте өйҙә ике көн һаҡлағанын да белгән, әммә полицияға хәбәр итмәгән. Киреһенсә, мәйеттән нисек ҡотолорға өйрәткән, уны ҡоҙоҡ төбөнә алып барып ташларға ярҙам иткән. Был ҡатын да хөкөм алдына баҫасаҡ.
Енәйәт эшен тикшереү дауам итә.
Фото: республика буйынса Тәфтиш комитеты.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: