Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
12 Апрель 2021, 19:36

30 миллион һум аҡса эшләмәк булып

Егет менән ҡыҙҙы закон ҡалыптарына һыймаған эш өсөн ҡулға алғандар. Асыҡланыуынса...

Өфөләге баҡсасылыҡ ширҡәттәренең береһендә полиция хеҙмәткәрҙәре бер-береһенә ғашиҡ ҡыҙ менән егетте ҡулға алған. Йәштәрҙә 12 килограмм наркотик матдә булған. Ошоно Башҡортостанда ғына түгел, илдең башҡа төбәктәрендә лә һатып, 30 миллион һум тирәһе аҡса эшләргә уйлағандар.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 29 йәшлек Өфө кешеһе “келәт-закладсы” булып “эшләгән”. Үҙендә ваҡытлыса һаҡлағандан һәм ҡапсыҡтарға һалғандан һуң, наркотиктарҙы серле урындарға ебәргән. Башта - егетте, артабан уның һөйгәнен ҡулға алғандар.
“Уның фатирында наркотиктар келәтен таптыҡ. Асыҡланыуынса, ҡыҙ менән егет барлыҡ тауарын әйберҙәр өсөн шкафтарҙа һаҡлаған”, – тип хәбәр иткәндәр министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән. Өҫтәүенә был икәү наркотиктарҙы бәпәйҙәр өсөн тәғәйенләнгән һауытта ташымаҡсы булған. Енәйәт эше асылған.
Фото: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: