Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
11 Апрель 2021, 11:16

Ветеринар тотолған

Был хәл башҡаларға һабаҡ булыр, тип ышанабыҙ.

Иглин районында суд урындағы ветеринария станцияһының 34 йәшлек мөдирен хөкөм итте. Ул бәләкәй күләмдә ришүәт алыуҙа һәм вазифаһында мутлашыуҙа ғәйепле тип табылған.
Урындағы эшҡыуарҙың ышаныслы кешеһе уға иткә санитар экспертиза тураһындағы белешмә биргән өсөн ике-ете мең һум аҡса биреп торған. Һөҙөмтәлә ветеринар табип 2018 йылдан 2019 йылға тиклем 27 мең һум күләмендә ришүәт алған.
Ветеринария станцияһы мөдире ғәйебен таныған, законһыҙ алған аҡсаны шәфҡәтлелек күрһәтеүгә йүнәлткән. Суд уға 60 мең һум күләмендә штраф һалды һәм йыл ярым дәүләт хеҙмәтендә эшләүҙе тыйҙы, тип хәбәр итәләр республика прокуратураһынан.
Был хөкөм башҡа ошондай мутлашыусыларға һабаҡ булыр, тип ышанабыҙ.
Фото: ptzgovorit.ru
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: