Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
11 Апрель 2021, 11:23

Биш йыл төрмә янай...

31 йәшлек ир ҡулға алына һәм полиция бүлегенә килтерелә

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, уғры Краснокама районының Баҫҡытау ауылындағы магазиндың ишеген монтировка менән ҡайырып, эскә үтә. Бур магазиндан аҙыҡ-түлек, сигарет, араҡы һәм аҡса ала.
Иртә менән һатыусы эш урынына килгәндә, магазин ишегенең емерек булыуын күрә һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итә.
"Тикшереү барышында бурҙың яңғыҙы булыуы асыҡлана, ул ҡалдырған эҙ буйынса енәйәтсенең тиҙ арала кем булыуы асыҡлана. Ул алдан хөкөм ителгән, бер ҡайҙа ла эшләмәгән 31 йәшлек Ағиҙел ҡалаһында йәшәүсе ир булып сыға. Енәйәтсе ҡулға алына һәм полиция бүлегенә килтерелә. Уғры үҙ ғәйебен тулыһынса таный, урланған нәмәләрҙе һәм аҡсаны тотоноуын белдерә",-тип хәбәр итә ведомствонан.
Ваҡиға буйынса енәйәт эше асылған, ир биш йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе мөмкин.
Фото: zvezdagukovo.ru
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: