Былтыр йәй булған ҡот осҡос енәйәт республика халҡын тетрәндерҙе. 56 йәшлек Алкин ауылы кешеһе ҡатыны менән талаша башлай. Тәүҙә ул уны туҡмап ташлай, тик был да аҙ булып тойолғас, өҫтөнә тиҙ яна торған шыйыҡса һибеп ут төртә. Яна башлаған ҡатынды ул бер мәлдә йәлләй, күрәһең, утты һүндерә лә “Ашығыс ярҙам” саҡырта.
Меҫкен ҡатынды тиҙ арала дауаханаға оҙаталар. Унда бер ай самаһы ятҡас, яралары төҙәлмәй, ул вафат булып ҡала. Әйткәндәй, ҡатын уның законлы ҡатыны түгел, ә өйҙәше була.
Шишмә районы суды был эште тикшергәндән һуң, “һаулыҡҡа килтерелгән ауыр зыян арҡаһында яңылышлыҡ менән үлтереү” статьяһы буйынса ирҙе ун йылға иркенән мәхрүм итә. Ул ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында ултырырға һәм бер йылға ирке сикләнергә тейеш ине. Әммә прокуратура был эште тикшерә һәм язаны еңел тип таба. Һәм Юғары суд аша холоҡ төҙәтеү колонияһы режимын көсәйтеүҙе талап итә. Баҡһаң, ир быға тиклем дә айырыуса ауыр енәйәт өсөн төрмәлә ултырып сыҡҡан булған.
Республиканың Юғары суды прокурор менән ризалаша һәм ғәйепле ирҙе махсус режимдағы холоҡ төҙәтеү колонияһына күсерә.