Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
7 Апрель 2021, 20:54

Йәнә бер "мөхәббәт" ҡорбаны

Был юлы Сибай ҡалаһында йәшәгән ҡатынға хистәре бик ҡиммәткә төшкән.

Был ҡатын-ҡыҙҙарҙы һис тә аңлап булмай: мөхәббәт тип яныусылар хатта сит ил "кейәү"ҙәренә йылдар буйына йыйған аҡсаларын бүләк итергә, улар менән нисек тә осрашырға теләп, алданғандарын һиҙмәй ҙә ҡала. Күптән түгел Өфө ҡалаһында йәшәгән 66 йәшлек ҡатындың 500 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡаны тураһында хәбәр итһәк, әле Сибайҙан бер ҡатындың 345046 һум аҡсаһы "елгә осоуы" хаҡында хәбәр ителә.
Кисә Сибай ҡала суды Нигерия гражданына ҡарата яуаплылыҡ ҡарарын сығарған. Суд матбуғат бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, Гуобадиа Браит "ҙур суммала мутлашыу" стаьяһы буйынса ғәйепләнә. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, ир үткән йылда социаль селтәрҙә бер ҡатын менән таныша һәм үҙен хәрби хирург, Йемен Республикаһында хеҙмәт иткән кеше тип таныштыра.
Яҡташыбыҙҙың ышанысын яулап алған "интернет-кейәү" бер посылканы һаҡлап торорға үтенә. Тик транспорт сығымдарына киткән 345046 һум аҡсаны түләргә кәрәклеген белдерә. Сит ил кешеһенең мөхәббәтенә ышанған ҡатын кәрәкле сумманы түләй, тик аҙаҡ үҙенең алданғанлығына төшөнә. Сөнки кәрәкле сумманы күсереү менән Нигерия гражданы юҡҡа сыға, бәйләнешкә инмәй.
Ғәйепләнеүсе ҡулға алынған, ул 29 апрелгә тиклем һаҡ аҫтында булырға тейеш.
Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар! "Яҙ, яҙ, яҙ килә, ергә мөхәббәт килә" тип йырҙарҙа йырланғансы, мөхәббәт утында янып, үҙегеҙҙең йыйған аҡсағыҙҙын ҡолаҡ ҡағып ҡуймағыҙ. Сит ил граждандары менән виртуаль донъяла аралашҡанда мөхәббәт тә виртуаль булыуын иҫегеҙҙән сығармағыҙ!
Фото:ura.news
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: