Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
4 Апрель 2021, 09:31

Әхирәт тип ышанып...

2018 йылда Бүребай ауылында юғалған ҡатындың кәүҙәһе табылған

2018 йылдың 25 ноябрендә полиция бүлегенә Хәйбулла районының Бүребай ауылында йәшәгән 44 йәшлек ҡатындың юғалыуы хаҡында хәбәр ителә. Уның 24 ноябрь көнө өйҙән сығып, кире ҡайтмауы тураһында билдәле була.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы белдереүенсә, башта ҡатындың юғалыуында криминаль характерҙағы билдәләр табылмай. Әммә аҙаҡтан оперативниктар Бүребай ауылы янындағы ҙур булмаған күпер янында ҡатындың әйберҙәрен таба. Был хәл уның юғалыуында кемдеңдер ярҙамы булыуын дәлилләй. Асыҡланыуынса, ул ҡот осҡос көндә ҡатын ауылда йәшәгән әхирәте янында ҡунаҡта була. Ул көндө әхирәттәр спиртлы эсемлектәр эсә, табын ҡора. Оператив-тәфтиш хеҙмәткәрҙәренә әхирәте ҡатындың артынын таныш дуҫы килгәс, имен-һау сығып китеүен белдерә. Был хаҡта хужабикәнең улы ла раҫлай. Әммә был дәлилдең барыһы ла уйлап сығарылған булыуы асыҡлана.
Баҡһаң, ысынлап та ул төндә зыян күреүсе әхирәтендә ҡунаҡта була. Хужабикә йоҡлағас, уның әхирәтенә 27 йәшлек улы енси мөнәсәбәткә инергә тәҡдим итә. Әммә ул баш тарта. Ярһыған егет ҡатынды быуып үлтерә, аҙаҡ үҙенең хайуани теләген тормошҡа ашыра. Был хаҡта әсәһе белгәс, улар икәүләшеп мәйеттән нисек ҡотолоу юлын эҙләй: тәүҙә ҡатындың үле кәүҙәһен һарайға йәшереп ҡуялар, аҙаҡ сана менән ауыл ситендәге сүплеккә сығаралар.
Юғалған ҡатындың мәйете табылған, уны үлтереүсе ҡулға алынған.
Ике әхирәттең бергә табын ҡороп, уның фажиғәле тамамланғанында тағы ла "йәшел йылан"дың роле булыуын инҡар итеп булмай. Бер юлы әхирәтһеҙ ҙә, улһыҙ ҙа ҡалған ҡатын артабан нисек йәшәр, әйтеүе ҡыйын...
Фото: "Башинформ"
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: