Хәҙер телефон, планшет, ноутбук һәм компьютерҙарҙы сит ил программаһы менән һатыусы юридик ойошмаларға 50 меңдән 200 меңгә тиклем, вазифалы граждандарға 30-ҙан 50 меңгә тиклем штраф һалыу ҡаралған.
Смартфондарҙа, компьютер һәм “аҡыллы” телевизорҙарҙа Рәсәй хөкүмәте раҫлаған антивирусниктар, почта һәм банк сервистары, онлайн-кинотеатрҙар, социаль селтәрҙәр һәм интернетта эҙләү системаһы ҡуйылған булырға тейеш.