Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
24 Март 2021, 20:56

Бесәй өсөн - өс йыл төрмә...

Шуны онотмайыҡ: беҙ үҙебеҙ эйәләштергән, яныбыҙҙа йәшәгән йән эйәләре өсөн һәр ваҡыт яуаплыбыҙ.

Эске эштәр министрлығының Нефтекама ҡалаһы буйынса тәүтикшереү бүлеге 38 йәшлек иргә ҡарата “хайуандарға ҡарата аяуһыҙ мөнәсәбәт тураһында” енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Был турала БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Иҫерек ир бесәй балаһын туғыҙынсы ҡатта урынлашҡан фатир тәҙрәһенән урамға ташлай. Меҫкен йорт хайуаны шунда уҡ йән бирә.
Ветеринар станция белгестәре бесәй балаһының бейеклектән ҡолау һөҙөмтәһендә алынған күп һанлы тән йәрәхәттәренән үлеүен теркәй.
Федераль законда хайуандарға ҡарата аяуһыҙ мөнәсәбәткә бәйле махсус статья ҡаралған. Уға ярашлы, әлеге ҡанһыҙ ирҙе өс йылғаса иркенән мәхрүм итеүҙәре ихтимал.
Шуны онотмайыҡ: беҙ үҙебеҙ эйәләштергән, яныбыҙҙа йәшәгән йән эйәләре өсөн һәр ваҡыт яуаплыбыҙ.
Фото: million-wallpapers.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: