Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
21 Март 2021, 10:25

Полиция хеҙмәткәре ...иҫерек булған

Тротуарҙағы балалар һәм ололар мөғжизә менән генә зыян күрмәгәндер, сөнки...

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы идаралығы, хеҙмәт тикшереүе үткәргәндән һуң, Мәләүез районы полиция хеҙмәткәрен эшенән ҡыуырға тигән ҡарар сығарған. Бындай һығымта яһауға уның 2 ғинуар көнө Land Cruiser руле артында эскән килеш ултырып, идараны юғалтып, ҡоймаға барып инеүе сәбәпсе.
Шаһиттар әйтеүенсә, ул көндө ир рулдә иҫерек булған. Тротуарҙағы балалар һәм ололар мөғжизә менән генә зыян күрмәгәндер, сөнки автомобиль тап уларға ҡарай елгән.
Асыҡланыуынса, машинаның хужаһы - ЮХХДИ хеҙмәткәре. Был ваҡиға буйынса шул ваҡытта уҡ башланған тикшереү ошо көндәрҙә генә тамамланған һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең намыҫына тап төшөрөүҙә ғәйепләнеп, ул эшенән сығарылған.
Фото:ЮХХДИ матбуғат хеҙмәте.
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: