Рәсәй Президенты Владимир Путин Яза башҡарыу федераль хеҙмәтенең үтенесе буйынса мобиль операторҙарҙың төрмәләрҙә кәрәҙле бәйләнеште һүндереү бурысы тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы.
Законға ярашлы, операторҙар төрмәлә ултырған хөкөм ителгәндәрҙең, тәфтиш изоляторҙарындағы, холоҡ төҙәтеү учреждениеларындағы ғәйепләнеүселәрҙең һәм хөкөм ителеүселәрҙең, шик аҫтында булғандарҙың номерҙары буйынса хеҙмәт күрһәтеүҙе туҡтатырға тейеш. Был эш Яза башҡарыу федераль хеҙмәте етәкселәренең яҙма ҡарары нигеҙендә башҡарыла.
Закон бик урынлы ҡабул ителә, сөнки төрмәлә ултырғандар кеҫә телефонын йыш ҡына мутлашыу, шаһитҡа баҫым яһау, ойошҡан енәйәт төркөмөнөң иректәге ағзаларының эшмәкәрлеген көйләү маҡсатында файҙалана. Закон авторҙары әйтеүенсә, sim-картаны оператив блокировкалау енәйәтсел мөхиттең лидерҙарына финанс ярҙам күрһәтеүгә, хөкөм ителгәндәргә, тикшереү аҫтында булғандарға наркотик һәм башҡа тыйылған әйберҙәр килтереүгә юл ҡуймаҫҡа булышлыҡ итәсәк.
ТАСС мәғлүмәттәре буйынса, 2018 йылда енәйәт-холоҡ төҙәтеү системаһы учреждениеларынан, һаҡ аҫтында булғандарға үҙҙәре менән телефон алыу тыйылған булһа ла, 56 меңдән ашыу бәйләнеш сараһын алғандар. Режимлы биләмәләрҙә телефон тапшырырға тырышҡан биш меңдән күберәк кеше тотолған.