Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
20 Март 2021, 12:11

Инҡар итергә ярамай!

2021 йыл автомобилистар өсөн үҙгәрештәргә бай булмаҡсы.

Ҡағиҙәләрҙең күпселеге – 2020 йылдан ҡалған мираҫ, тип әйтергә була. Мәҫәлән, Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексындағы ҡырҡа үҙгәрештәр, автомобилдәрҙең тулы техник күҙәтеүенең ҡайтарылыуы, водитель таныҡлығы алыу өсөн имтихан тапшырыу ҡағиҙәләрендә үҙгәрештәр – быларҙың барыһы ла 2020 йылдан ҡалған “бүләктәр”. Ләкин бының менән генә яңылыҡтар бөтмәй: электросамокаттар рәсми рәүештә юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә индерелһә, водителдәрҙең диагностик карталары булмауы страховка түләүҙәренән ҡолаҡ ҡағыуға булышлыҡ итеүе ихтимал.

Һәр үҙгәрештәргә айырым туҡталып китәйек. 2021 йылдың 10 ғинуарынан түләүле юлдарҙан бушҡа үтергә теләгәндәргә штрафтар индерелде. Еңел автомобилдәр өсөн 1500 һум булһа, йөк машиналары өсөн 5000 һумға тиклем етә был штрафтарҙың суммаһы. Ә шулай ҙа язанан ҡотолоу сараһы бар: түләүле юлдан йөрө­гән­дән һуң 20 көн эсендә юл хаҡын түләп өлгөрһәгеҙ, штраф һалын­маясаҡ. Кире осраҡта, юл хаҡын да, штрафты ла түләргә тура киләсәк.

Техник күҙәтеү

1 марттан автомобилдәрҙең техник күҙәтеүе ҡайтарыла. Водител­дәрҙең иң ҡурҡҡаны – диагностик картаһыҙ йөрөгән өсөн көндәлек 2000 һумлыҡ автоматик штраф индере­леүе 2022 йылдың мартына күсерелде. Шулай уҡ техник күҙәтеү үтеү арауығы үҙгәрҙе. Яңы машиналарҙы беренсе тапҡыр дүрт йылдан, ә унан һуң ике йыл һайын тикшертергә кәрәк булһа, 10 йылдан иҫкерәк автомобилдәрҙе йыл һайын күрһәтеп тороу шарт. Тимәк, 2021 йылда техник күҙә­теүҙе 2017, 2015, 2013, 2011 йылдарҙа һәм унан алда сыҡҡан машиналарға үтеү мотлаҡ.

Диагностик карталарҙы реаль тик­шереүһеҙ биргән шәхси эшҡыуар­ҙарға һәм юридик шәхестәргә 300 меңгә тиклем штраф индерелә. Шулай уҡ аккредитацияһыҙ йәки законлы булмаған аккредитациялы ойош­маларға ҙур штрафтар ҡаралған. Иң ауыр осраҡтарҙа мут әҙәмдәрҙең хатта енәйәт яуаплылығына тарттырылыуы ихтимал. Автомобилистар иһә ялған документ алған өсөн 5-10 мең һум штраф түләйәсәк. Техник күҙәтеү пункттарына барыу ваҡыты, урыны менән фотоға төшөрөләсәк һәм мәғлүмәт шунда уҡ дөйөм базаға индереләсәк. Шулай итеп, мәғлүмәт диагностик картаны тулыһынса алыштырасаҡ һәм электрон вариантта буласаҡ.

Имтихандарҙы нисек тапшырасаҡбыҙ?

Таныҡлыҡ алырға йыйыныусылар өсөн дә үҙгәрештәр бар. Ошоғаса водитель таныҡлығы алыр өсөн өс (теория, автодром, ҡала) төрлө экзамен бирергә кәрәк ине. Ә 2021 йылдың 1 апреленән майҙан һәм ҡала этаптары ҡушыла. Быға тиклем майҙан этабын уңышлы биреп, ә ҡала этабында яңылышһаң, тәүге экза­менды ҡабаттан бирергә кәрәк­мәй ине. Ә хәҙер иһә майҙан этабын уңышлы үтеп тә, ҡала этабында яңылышлыҡ ебәрелһә, ике һынауҙы ла яңынан үтергә кәрәк буласаҡ.

Имтихандарға ҡағылышлы икенсе мөһим үҙгәреш ҡала этабын биргән­дәге маршрутҡа ҡағыла. Әлегә ЮХХДИ-ның һәр экзамен алыу­сы бүлексә­һенең дә үҙенең раҫланған маршруты бар. Ул маршрутҡа буласаҡ водитель белергә тейешле төрлө һынауҙар индерелгән. Ләкин был раҫ­ланған маршрут­тарҙы авто­мәктәптәр ҙә яҡшы белә. Шуға кү­рә улар уҡыусыларын тап ошо маршрут буйынса йөрөтөп өйрәтә. Ә 2021 йылдың 1 апреленән алып стандарт экзаменацион маршруттарҙан баш тартырға ҡарар ителгән. Бындай әҙерлеккә юл ҡуймаҫ өсөн эшләнелә лә инде был ҡағиҙә. Хәҙер экзамен уҙғарырға мөмкин булған урам, проспекттарҙың исемле­ге генә раҫланасаҡ. Ә маршрут һәр ваҡыт үҙ­гәртелеп торасаҡ. Уны экзамен ҡабул итеү­се инспектор юл барышында ғына билдәләйәсәк.

ОСАГО, ОСАГО...

2021 йылдың 1 мартынан автомобиль хужа­һы­ның диагностик картаһы булмауы ла ОСАГО-ның регресс талаптары нигеҙе исемлегенә инәсәк. Тимәк, юл-транспорт ваҡиға­һына эләгеп, регресс осрағы булһа, страховка компанияһы зыян күргән яҡҡа ремонттың тулы хаҡын түлә­йәсәк, ә һеҙҙән ошо уҡ сумманы тотоп ҡаласаҡ. Закон буйынса, регресс мөмкинлеге өсөн ике критерий бар:
* Юл-транспорт ваҡиғаһы һеҙҙең ғәйеп менән булған осраҡта.
* Юл-транспорт ваҡиғаһы һеҙҙең транспортығыҙҙың техник торошо төҙөк булмағанлыҡтан килеп сыҡҡанда.

Һәр бер камера хаҡында иҫкәртеү тамғаһы булмаясаҡ.
Әгәр быға тиклем “Фотовидеофиксация” юл билдәһе водителдәрҙе һәр бер камера хаҡында иҫкәртһә, 2021 йылдың 1 мартынан бер генә билдә ҡуйылып та автомобилде бер нисә камера фотоға төшөрә ала.

Водитель таныҡлығын 16 йәштән алып буламы?

Бындай имеш-мимеш 2016 йылдан йөрөй. ЮХХДИ бындай проектты Дәүләт Думаһына килешеүгә ебәргән, әммә әлегә был закон проекты раҫланмаған. Ошоғаса водитель танытмаһын алыу өсөн экзаменды 17 йәштә биреп, 18 йәш тулғас ҡына алып була ине. Шулай ҙа, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, закон проекты 1 апрелдә раҫла­насаҡ. Танытма алып, руль артына ултырыу өсөн ата-әсәләрҙең йәки законлы вәкилдәрҙең яҙма ри­залығы кәрәк буласаҡ.

Рәсәй Хөкүмәте автомобиль йөрөтөү стажы ике йылдан кәмерәк булған води­тел­дәр ҡатнашлығын­дағы юл-транспорт ваҡи­ғалары хаҡындағы мәғлүмәт­тәрҙе баҫтырып сығармаҡсы. Ошо рәүешле, ниндәй авто­мәктәптең уҡыу­сылары йышыраҡ юл-транспорт ваҡиға­ларына эләгә, шул мәктәптә пландан тыш тикшереүҙәр үткәрелеп торасаҡ.

Шуны әйтеп үтергә кәрәк: үткән йылдың ғинуар айынан алып ноябргә тиклем автомобиль йөрөтөү стажы әҙ булған водителдәр арҡа­һында 8 меңгә яҡын юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Был авариялар 693 кешенең ғүмерен өҙгән. 2017 йылдан алып руль артына яңы ултырыусылар мотлаҡ рәүештә бының турала билдә ҡуйырға тейеш. Унан тыш, әгәр ҙә автомобиль йөрөтөү стажы ике йылдан кәм булһа, һеҙгә икенсе транспорттарҙы буксирға алыу тыйыла.
Автор: Зөлфиә ЙӘНДӘҮЛӘТОВА
Читайте нас: