КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
14 Март 2021, 02:59

Биш ЮХХДИ хеҙмәткәрен ниндәй яҙмыш көтә?

Уларҙың башҡа енәйәттәр ҡылғанына ҡағылышлы мәғлүмәттәр ҙә бар.

Өфөнөң Совет районы суды Эске Эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығындағы район-ара теркәү-имтихан бүлеге начальнигы урынбаҫарын һәм дүрт ЮХХДИ инспекторын һаҡ аҫтына алыу тураһындағы тәфтишсе юллауын ҡараны.
Башҡортостан судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, И.М. Ғөбәйҙуллин, А.Р. Ғиндуллин, М.В. Паситов, Е.Б. Чувилина, Е.Г. Евсеев – “вазифалы кешенең законһыҙ эшмәкәрлек өсөн ришүәт алыуы”, П.Ф. Ғәлиев “үҙ хеҙмәт вәкәләттәрен файҙаланып, күрәләтә законһыҙ эшмәкәрлек ҡылған кеше менән ришүәтселектә аралашсы булыу” статьялары буйынса ғәйепләнә. Уларҙы ике айға, йәғни 9 майға тиклем һаҡ аҫтына алыу тураһында ҡарар сығарылған.
Тәфтишселәр фаразы буйынса, ғәйепләнгән ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре Өфөлә бер гражданға имтихан тапшырмайынса, 30 мең һум түләп “В”, “В1”, “М” категориялы транспорт сараларына идара итеүгә водитель танытмаһы алыуға булышлыҡ иткән. Бынан тыш, алдан тикшереү органдарының был хеҙмәткәрҙәрҙең башҡа енәйәттәр ҡылғанына ҡағылышлы мәғлүмәттәре бар.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, тәфтишселәр фаразынса, шик аҫтында булған хеҙмәткәрҙәр 2017 йылдан 2020 йылға тиклем аралашсылар аша имтихан тапшырмағандарға водитель танытмаһы биреүгә булышлыҡ иткән. Ришүәт хаҡы 14 мең һумдан 40 мең һумға тиклем, йәғни хаҡ транспорт сараһы категорияһына һәм уларҙың һанына ҡарап билдәләнгән.
Бынан тыш, бер аралашсыға, шулай уҡ ришүәт биргән кешегә ҡарата “ришүәтселектә аралашсы” һәм “ришүәт биреү” статьялары буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды.
Фото: Башҡортостан судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәте.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас