Өфө ҡалаһының Черниковка биҫтәһендә Алексей исемле пенсионер үҙ фатирында ярты йыл буйы ҡустыһының мәйетен тотҡан.
Үле кәүҙәне мәрхүмдең үгәй улы тапҡан. Алексей уны фатирға индермәҫкә маташҡас, ишекте онтап асҡан, унан үгәй атаһының тарҡалған кәүҙәһе ятҡан бүлмәгә бәреп ингән. Полиция хеҙмәткәрҙәре Алексейҙы ҡулға алған.
Күршеләренең һүҙҙәренсә, хужа менән мәрхүм ҡустыһы йыш эскән булған. Күптән инде фатирҙан насар эҫ сыҡҡан. Пенсионер психик сирҙән яфаланған, ул үҙен сәйер тотҡан: йорт янындағы машиналарҙы ватҡан, уларға йыуынты һыу һипкән, бөтәһен дә әрләгән. Ә ҡустыһының аҡса эшләргә киткәне хаҡында һөйләп йөрөгән.
Әле был фажиғә буйынса тикшереү бара.