Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
19 Ғинуар 2021, 21:40

Һалдат хеҙмәт урынын ташлап киткән...

Ярлыҡау буйынса комиссияла ни өсөн ғәйепләнеүсенең үтенесе кире ҡағылған?

Башҡортостанда хеҙмәт урынын үҙ ирке менән ташлап киткән хәрби хеҙмәткәрҙе ярлыҡауҙан баш тартҡандар. Ярлыҡау буйынса комиссияла хәбәр итеүҙәренсә, ғәйепләнеүсе 2019 йылда контракт буйынса хеҙмәт иткән. Тик күп тә үтмәй, хеҙмәт урынын ҡалдырып, һалдат өйөнә ҡайтып киткән.
“Хәрби хеҙмәткәр ике йылға һынау срогы менән 1,5 йылға шартлыса хөкөм ителгән. Хөкөм ҡарарын ҡаты тип иҫәпләп булмай, Енәйәт кодексындағы быға ярашлы статьяла биш йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған, - тигән аңлатма биргән Ярлыҡау буйынса комиссия рәйесе Константин Толкачев. - Комиссия ағзалары шулай уҡ ғәйепләнеүсенең биографияһын өйрәнде, быға тиклем дә уның закон менән проблемалары булғанлығы асыҡланды. Өҫтәүенә 1,5 йылға хөкөм ителгән егет язаның бер йыл да дүрт айын үткәргән. Бөтә хәлдәрҙе иҫәпкә алып, уның үтенесе кире ҡағылды.”
Ксения Калинина фотоһы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: