Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
6 Ғинуар 2021, 12:05

Законды боҙғандар тотолдо

Агрессив һатыусы физик көс ҡулланып, әүҙемселәрҙе төрткөләп сығарған, һатҡан араҡыһын ярған.

Билдәле булыуынса, бөгөн республикала Башҡортостан Башлығы указына ярашлы “ҡоро закон” ғәмәлдә, алкоголь һатыу тыйыла. Шуға ҡарамаҫтан, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Хәүефһеҙ республика” проекты әүҙемселәре баш ҡалала иҫерткес эсемлектәр һатҡан урынды асыҡлаған.
Партия ағзалары Өфөлә барлығы 15 сауҙа нөктәһен тикшергән. Уларҙың береһендә етешһеҙлектәр асыҡланған. Нижегородка биҫтәһендә урынлашҡан магазинда әүҙемсегә араҡы һатҡандар. Ә тотолғанын аңлаған һатыусы үҙен агрессив тота башлаған: әүҙемселәрҙе һәм хәбәрселәрҙе магазиндан төрткөләп сығарған, физик көс ҡулланған, һатҡан араҡы шешәһен ярған. Бынан тыш, һатыусы әүҙемселәргә тән йәрәхәттәре килтергән.
Һөҙөмтәлә урынға полиция саҡырғандар, ҡатын үҙенең ғәйебен таныған.
“Дөйөм алғанда, республикала “ҡоро закон” үтәлә тип әйтергә була, сөнки сауҙа селтәрҙәрендә программа алкоголь һатырға бирмәй. Ә шәхси магазиндарҙа ундай программалар юҡ. Тик барыбер күптәр Башлыҡ указы талаптарын үтәй, алкоголде япмалар, таҫмалар менән ҡаплай, һатып алыусыға мәғлүмәт еткереп тора. Ә административ хоҡуҡ боҙоу буйынса мәғлүмәт күҙәтеү органдарына ебәрелде”, – тине “Хәүефһеҙ республика” партия проекты рәйесе урынбаҫары Денис Михайлов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 3 ғинуарҙа Башҡортостанда алкоголь һатыу тыйыла. 4, 5 һәм 6 ғинуар шулай уҡ сикләүҙәр бар: был көндәрҙә алкоголде 10.00 - 14.00 сәғәттәр арауығында ғына һатып алырға мөмкин.
Сикләүҙәр йәмәғәт туҡланыуы урындарына - кафе һәм ресторандарға - ҡағылмай.
Фото: "Берҙәм Рәсәй".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: