Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
2 Ғинуар 2021, 01:26

УН ӨС ЙӘШЛЕК ҠЫҘЫН ҺАТЫРҒА УЙЛАҒАН

/

Төмән өлкәһендә йәшәүсе 37 йәшлек ҡатын ун өс йәшлек ҡыҙын һатырға иғлан биргән. “Алыусы” табылғас, Мәскәүгә киләләр. Аҡса тип күҙе тонған әсәй кеше бер миллион һумға ҡыҙын “һатҡас”, ҡулға алына.
Баҡһаң, иғландағы “тауар” һатырға ҡуйылғас та, тәртип һаҡсыларына хәбәр ителгән булған.
Балаһын ни йөрәге менән ниндәй сәбәптән аҡсаға алмаштырырға уйлағандыр, әлегә уныһы асыҡланмаған. Тағы ла ике улы барлығы ғына билдәле.
Разинә Зайнетдинова.
https://shonkar.rbsmi.ru/news/Un-s-y-shlek-i-in-atir-a-uyla-an-616663/
Читайте нас: