Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
28 Декабрь 2020, 22:12

Присяжныйҙар Рәмилгә ҡарар сығарҙы

Уны иҫәпкә алып, ғәйепләүсе яҡ Рәмил өсөн нисә йыл төрмә срогы һорауы билдәле.

Рәмил Шәмсетдиновтың эшен күптәр күҙәтеп бара. Ул былтыр октябрҙә үҙе хеҙмәт иткән часта һигеҙ хеҙмәттәшен атып үлтерҙе һәм тағы икәүһен яраланы. Бының сәбәбе – частағы бабайсылыҡ тип, күптәр киреһенсә Рәмилде әлеге фажиғәле хәлдең ҡорбаны тип ҡабул итте һәм йәмғиәттә уны яҡлаусылар күп.
Әлеге ваҡытта Чита ҡалаһында Шәмсетдиновтың эше буйынса вердикт сығарыу башланған. Билдәле булыуынса, уның яҙмышын присяжныйҙар хәл итергә тейеш. Шулай итеп, бөгөнгө судта асыҡланыуынса, присяжныйҙар уны бер тауыштан ғәйепле тип билдәләгән. Тик ул бер ни тиклем мәрхәмәтлеккә лә хаҡлы тигән фекер әйткән.
Рәмилде яҡлаған адвокаттар фажиғәнең сәбәбен уны “бабайҙар”, контракт буйынса хеҙмәт иткәндәр һәм офицерҙар тарафынан даими рәүештә мыҫҡыл ителеү булған тип дәлилләй алған.
Иртәгә, 29 декабрҙә, хәрби суд вердикт буйынса фекер алышасаҡ. Йыл аҙағына тиклем уға ҡарата суд ҡарары сығарылыр тип көтөлә. Әлеге вердиктты иҫәпкә алып, ғәйепләүсе яҡ уның өсөн 20 йылдан ашмаған срокка төрмәгә ултыртыуҙы һораясаҡ.
22 декабрҙә суд ваҡытында Рәмил үҙенең һуңғы һүҙендә ғәйебен таныуы тураһында әйткәйне. Хәҙер эштең нисек тамамланырын көтөргә ҡалды.
Фото: news.myseldon.com
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: