Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
22 Декабрь 2020, 19:23

Етәксе...үҙе бур?

Почта бүлексәһе етәксеһе, вазифаһынан файҙаланып, документтарҙы яраҡлаштырған һәм граждандарҙың пособиеһын...

Бишбүләк районында почта бүлексәһе етәксеһе, вазифаһынан файҙаланып, документтарҙы яраҡлаштырған һәм граждандарҙың пособиеһын, күсерелгән аҡсаларын үҙләштергән.
38 йәшлек етәксе ҡатын ҙур мутлашыуҙа ғәйепләнә. Тәфтишселәр фекеренсә, 2017 - 2020 йылдарҙа почта бүлексәһе начальнигы булғанында, ул вазифаһын ярамаған эштәрҙә файҙаланған - анығырағы, бер нисә рәсми документты үҙгәртеп, өс йыл буйы нефть компанияларының дивиденттарын, күсерелгән аҡсаларҙы, шулай уҡ граждандарҙың эшһеҙлек буйынса түләнгән пособиеһын алып ятҡан.
Ялған юл менән үҙләштерелгән аҡсаның суммаһы - 610 мең һум. Был ғына килем етәксегә ҡәнәғәтлек килтермәгән, күрәһең, ойошманың иҫәбендәге 270 меңде лә кеҫәһенә һалып ҡуйған. Ҡырын эше тәфтишселәрҙең күҙенә салынғансы, 880 мең һумды тотоноп та өлгөргән була "сос" ҡатын.
Тикшереү мәлендә етәксе енәйәт ҡылыуын, йәғни урлашыуын танмай, унан тыш, 700 меңде кире ҡайтарып ҡуя. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, тикшереү материалдары район-ара судына ҡарауға ебәрелгән, һуңғы һығымтаны улар эшләйәсәк.

Фото: Vk.com
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: