Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
20 Декабрь 2020, 12:53

"Улыма ҡаты яза бирмәһәгеҙ ине..."

Ялҡау, эскесе улы, әсәһенең ҡәнәғәтһеҙлек белдереүенә үпкәләп, уға ут төртә...

Ошо көндәрҙә Туймазы районында ҡот осҡос ваҡиға теркәлгән: улы әсәһенең әрләүҙәренә үпкәләп, уның саҡ ғүмерен өҙмәй.
Ҡатын бер йортта улы һәм өйҙәш ир менән йәшәй. Был өсәү араһындағы мөнәсәбәт бик киҫкен була. Әсәй кеше улының аҙ эшләүенә һәм күп эсеүенә гел ҡәнәғәтһеҙлек белдерә, уныһы иһә екереп кенә ҡуя. Ә был көндә ыҙғыш һүҙ менән генә туҡтамай. Өлкәндәр йоҡларға ятҡас, егет ваннанан яндырғыс шыйыҡса һалынған шешә ала һәм "Хәҙер ут төртәм!" тип әсәһенең өҫтөнә һибергә тотона.
Өйҙәш ир уяна, әммә хәлде аңламай, улы әсәһенә һыу һибә икән тип уйлай. Шул ваҡыт егет кеше зажигалканан ут ҡабыҙа. Ҡапыл гөлт иткән ялҡын ҡатынды ялмап ала. Ул һикереп тороп урамға сығып йүгерә. Артынан - улы менән ире. Улар һыу һибеп, ҡатынды ҡотҡарып ҡала, тиҙ арала "Ашығыс ярҙам" саҡыра.
Зыян күреүсе мөғжизә менән иҫән ҡала ла бит, тик уның бите, тәне ныҡ бешә. Ғәйепләнеүсе ҡулға алынған. "Улыма ҡаты яза бирмәһәгеҙ ине..." - тип үтенгән меҫкен әсә. Ҡылынған енәйәттең барлыҡ шарттары иҫәпкә алынып, ғәйепләнеүсе алты йылға иркенән мәхрүм ителгән.
Фото: oka.fm
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: