Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
29 Ноябрь 2020, 13:53

"Егеттәр, мин һеҙҙе һуйырға килдем"

Аҡъярҙағы ятаҡта булған фажиғәнең сәбәптәре билдәле булды.

Был аяныслы хәл Аҡъяр ауылындағы ятаҡтарҙың береһендә булған. Төнөн бүлмәләрҙең береһендә ирҙәрҙән торған компания кәйеф-сафа ҡорған.
Тәфтишселәр асыҡлауынса, бер заман улар араһында низағ ҡупҡан. Ике ир һуғыша башлағас, өсөнсөһө уларҙы айырырға маташҡан. Әммә тегеләр ҡолағына ла элмәгән.
Шул саҡта был кеше бүлмәнән сыҡҡан һәм бер ни тиклем ваҡыттан һуң бысаҡ тотоп кире ингән. “Егеттәр, мин һеҙҙе һуйырға килдем”, – тип иҫкәрткәс, ҡото осҡан бер ир шунда уҡ сығып ҡасҡан.
Енәйәтсене иһә был оторо шаштырған ғына: уның артынан ташланған. Һөҙөмтәлә, ҡыуып етеп, бысаҡ менән эсен, күкрәген, ҡабырғаһын ауыр йәрәхәтләгән. Ошондай аяныслы хәлгә ҡалыуына ҡарамаҫтан, яралы кеше йүнәлеү юлына баҫҡан һәм судта ваҡиға хаҡында һөйләй алған.
Йылайыр район-ара суды ауыр енәйәт ҡылған Аҡъяр кешеһен ҡаты режимлы колонияға өс йыл ярымға оҙатҡан.
Фото: blogspot.com
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: