Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
22 Ноябрь 2020, 11:22

Башҡортостанда вандалдар донъя әһәмиәтендәге объектта тәртипһеҙлек ҡылған

Зыяндың суммаһы билдәһеҙ. Полиция хулигандарҙы эҙләй.

Башҡортостандың Салауат районында «Янғантау» геопаркының төп иҫтәлекле урындарының береһе тип һаналған «Мәсетле» геологик киҫелешендә билдәһеҙ вандалдар мәғлүмәт стендтарын, беседканы емергән һәм ватыҡ шешәләр өйөмө ҡалдырып киткән. Был хаҡта телеграм-каналдар хәбәр итте, геопарктың матбуғат хеҙмәтендә лә ошо фактты раҫланылар. Зыяндың суммаһы билдәһеҙ. Полиция хулигандарҙы эҙләй.
«Мәсетле» геологик киҫелеше — Рәсәйҙә берҙән-бер үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡыһы. Ул – асыҡ ҡая, һуңғы 280 миллион йылда ер өҫтөнөң барлыҡҡа килеүе буйынса күргәҙмә әсбап. Объектты өйрәнеү өсөн бөтә донъянан ғалимдар килә. Киҫелеш урынында геологик музей төҙөү планлаштырыла.
Читайте нас: