Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
20 Ноябрь 2020, 00:57

Урлап алып килеп "дауалағандар"...

Ауырыуҙар сығып ҡасмаһын өсөн ишектәр йоҙаҡланған, тәҙрәләр тимер рәшәткә менән ҡоршауланған, ҡулдарға бығау һалыуҙан да тартынмағандар...

Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районында алко- һәм наркобәйлеләр өсөн шәхси реабилитация үҙәгендә кешеләрҙе урлауҙары, уларҙы үҙ ихтыярҙарынан тыш тотоуҙары хаҡында билдәле булды. Ундағы “тотҡондар”ҙы полиция ярҙамында ҡотҡарырға тура килгән.
Халыҡтан килгән төрлө мөрәжәғәттәр нигеҙендә Ҡырмыҫҡалы ауылындағы ике ҡатлы кирбес йорт, унда тотолған кешеләр полицияның һәм тәфтиш комитетының иғтибарын йәлеп итә. Эске эштәр министрлығы мәғлүмәтенсә, персонал клиенттарын урлап алып килеп, көслөк менән тота. Бындағы 30-ға яҡын пациенттың барыһы ла - алкоголизмдан һәм наркоманиянан яфаланған кешеләр. Бүлмәләрҙә бер нисәшәр йәшәгәндәр, бар дауалау – уларҙы мәжбүрләп тотоу, кәрәк булһа, бәйләп ҡуйыу. Пациенттар сығып ҡасмаһын өсөн ишектәр йоҙаҡҡа бикләнгән, тәҙрәләр тимер рәшәткә менән ҡоршауланған, ҡулдарға бығау һалыуҙан да тартынмағандар. Буйһонмағандары туҡмалған, туғандарына, таныштарына шылтыратыу тыйылған. Яҡындары ҡырағайҙарса мөнәсәбәт тураһында бер ни белмәгән, сөнки уларға бында килеү ҡәтғи тыйылған. Уның ҡарауы, ауырыуҙарҙы реабилитациялауҙың хаҡы ҙур ғына – айына 25-30 мең һум.
Тәүге тикшереү һөҙөмтәләре шуны күрһәткән: үҙәктә дауаланыусыларға беренсе көндә үк төрлөсә яза - карауатҡа бәйләп һалыу, изоляторҙа бикләп тотоу кеүек ирекһеҙләү ҡаралған.
Был башбаштаҡлыҡта 31 йәштән алып 48-гә тиклем алты кеше ҡатнашҡан. Уларҙың өйҙәрендә тентеү үткәрелгән, документтар, техника тартып алынған. Аҙаҡ асыҡланыуынса, ҡайһы берҙәренең закон менән проблемаһы булған: бәләкәй мутлыҡ ҡылыу, талау, кеше туҡмау, хатта наркотик һаҡлау буйынса.
"Кеше урлау һәм законһыҙ рәүештә иркенән мәхрүм итеү факты буйынса енәйәт эше асылды. Ундан артыҡ кеше зыян күреүсе булараҡ танылған", - тип хәбәр итәләр Эске эштәр министрлығынан.
Фото: Tube
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: