Хәйбулла хәбәрҙәре
-12 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
20 Ноябрь 2020, 01:43
Исемен атау ҙа еткән...
Мәсәғүт ауылында был йәш, әммә йүнһеҙ ҡатын-ҡыҙҙы белмәгән кеше юҡ. Тик эҙенә генә төшә алмайҙар.
Мәсәғүт ауылында йәшәгән оло йәштәге ир ошо көндәрҙә полицияға мөрәжәғәт иткән. 56 йәшлек ир уны өйөндә үк талап сыҡтылар, тип хәбәр иткән.
Асыҡланыуынса, бер ҡатын менән кисен өйөндә кәйеф-сафа ҡорған, уның менән саҡ танышып өлгөргән булған. Ә ҡунағы ҡайтып киткәс, хужа өйөндә ярайһы уҡ ҙур сумма – 31 мең һум аҡсаһы юғалғанын асыҡлаған.
Ир аҡсаһын тап ошо кеше урлауҙа шикләнмәһә лә, ҡунағының исеменән башҡа бер мәғлүмәт тә белмәгән. Уның ҡарауы, таныш исемде атау менән хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре кем тураһында һүҙ барғанын шунда уҡ төшөнгән.
Шик 27 йәшлек йәш ҡатынға төшкән. Ул быға тиклем дә йүнһеҙ ҡылыҡтары өсөн закон алдында яуап биргән: 2019 йылда уғрылыҡ һәм башҡа хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн хөкөм ителгән.
Енәйәт эше ҡуҙғатылған, был ҡатын-ҡыҙға эҙләү иғлан ителгән.
Фото: ura.news
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Isemen-atau-a-etk-n-548990/
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?