Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
11 Ноябрь 2020, 23:06

Ғаризалар тиҙ арала ҡаралырға тейеш

Андрей Назаров ер мөнәсәбәттәре өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәрен электрон төргә күсереү мәсьәләһе буйынса эш кәңәшмәһе үткәрҙе.

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ер мөнәсәбәттәре өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәрен электрон төргә күсереү мәсьәләһе буйынса эш кәңәшмәһе үткәрҙе.
Республика дәүләт идараһының һанлы үҫеше министры Геннадий Разумикин электрон тәртиптә күрһәтелгән хеҙмәттәр тураһында һөйләне. Төбәктә бындай алты хеҙмәт күрһәтелә икән. Улар иҫәбендә – ер участкаһына ҡала төҙөлөшө планын тапшырыу, ер участкаһының урынлашыу схемаһын раҫлау, муниципаль милектәге ерҙе һатыу йәки биреү, шәхси төҙөлөш өсөн бушлай ер бүлеү, ергә хоҡуҡ тураһындағы архив документтарының күсермәһен тапшырыу. Министр шулай уҡ был хеҙмәттәргә эйә булыу алымын һайлауға ҡағылышлы статистика мәғлүмәттәрен килтерҙе.
Кәңәшмәлә шулай уҡ дәүләт хеҙмәттәрен электрон төргә күсереүҙе артабан да дауам итеү тураһында фекер алыштылар. Андрей Назаров ер мөнәсәбәттәре өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре буйынса ғаризаларҙы ҡарау ваҡытын ҡыҫҡартырға ҡушты.
Фото: pravitelstvorb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: